BASHKHANZAMAN Telegram 48
📌“Пруфы” һәм уның нәшер итеүсеһе Рәүфә Рәхимова тураһында һуңғы арала “суд”һәм “штраф” һүҙҙәре менән бергә йыш телгә алалар. Был нилектән шулай килеп сыҡты һуң әле?

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 4 октябрендә Өфөнөң Киров районы суды Рәүфә Рәхимованы МХО-ны дискредитациялаған өсөн административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйеплетип тапты. Ә ноябрь айында баш ҡаланың Совет районы суды “Свободные медиа”ға (“Пруфы”ҙы нәшерләүсе) 200 мең һумлыҡ штраф һалды, бынан алда күрәләтә ялған мәғлүмәттаратҡаны өсөн сығанаҡтың баш мөхәрриренә 60 мең һум түләргә ҡушылғайны. 2025 йылдың 25 февралендә иһә, Киров районы суды Р.Г. Рәхимоваға 30 мең һум түләргә ҡушты.Былар барыһы ла федераль үҙәктең “Пруфы” һәм уның хужабикәһенең деструктив эшмәкәрлеген туҡтатыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар булды.

Әммә Рәүфә Рәхимова һаман да төбәк етәкселеген ғәйепләүен дауам итә: был Р. Хәмитов заманынан килгән йүнәлеш һәм мәсьәләнең айышына төшөнгән эксперттар уның “халыҡ мәнфәғәте” тигән һүҙҙәргә йәшеренеп, үҙ файҙаһын ҡайғыртыуын билдәләй. Атап әйткәндә, тәүге йылдарҙа был республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексын һатыуҙан килгән 2,5 млрд доллар аҡсаны (“Урал” фонды хисабындағы) һаҡлап ҡалыу теләгенәнсығып эшләнгән. Әле лә йәшерен мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртыуҙарын дауам итәләр.

💯Аналитиктар иҫәпләүенсә, МХО башланыу менән төбәк властарына ҡаршы ҡаты ҡағыла башлаған Рәхимованың баҫмаларына Баймаҡ ваҡиғаларынан һуң федераль көстәрҙең иғтибары артҡан: был һуңғы сик булған. Сөнки ил Президенты Владимир Путин яңыраҡ ҡына ла федеаль именлек һағы вәкилдәре менән осрашып, илде эстән тарҡатыусыларға, милләт-ара һәм дини-ара конфликттарға этәреүселәргә ҡаршы ҡаты көрәшергә кәрәк булыуын белдерҙе.
💯Бына шулай, Хәбиров командаһын әрләгән Р. Рәхимова күптән инде федераль көс структураларының “күҙенә” эләккән һәм ғәйепте тик үҙенән генә эҙләй ала.
Сөнки бөгөн ҡайһы төбәктә генә булмаһын, янъял ҡуптарырға маташыусылар ҡаты хөкөмгә тарттырыласаҡ. Әйткәндәй, күрше Татарстанда ла экстремистик ҡарашлы ойошмаларға һәм властың дәрәжәһен төшөргән ҡотҡосоларға ҡаршы шундай уҡ сәйәсәт алып барыла.

Ә бөгөн Рәүфә Рәхимованың баҫмаһы уйҙырмалар таратыуын дауам итә.

Шуларҙың беренсеһе: Баймаҡтағы ваҡиғалар Мортаза Рәхимов заманында булмаҫ ине.
Дөрөҫө: М. Ғ. Рәхимов етәкселек иткән йылдарҙа (1990-2010) Башҡортостанда әллә нисә тапҡыр күп кешеләр ҡатнашлығындағы тәртипһеҙлектәр булды, 2024 йылда Благовещендағын хәтергә төшөрөү ҙә етә.

Икенсеһе: республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт”ойошмаһының* төп эҙәрлекләүсеһе.
Дөрөҫө: был ойошмаға һәм уның лидерҙарына ҡаршы енәйәтэштәре Р. Хәбировтың белдереүенә тиклем үк күптән асылған булған.

Өсөнсөһө: төбәк властары “Пруфы”ға ҡаршы суд эшен әүҙемләштерҙе.
Дөрөҫө: был мәғлүмәти хәүефһеҙлекте нығытыу маҡсатында
федераль кимәлдә алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.

Былар тураһында тулыраҡ мәҡәләне асып уҡығыҙ:
https://resbash.ru/articles/obshchestvo/2025-03-04/nepatriotichnaya-politika-4143919

*22.05.2020 йылда БР Юғары суды ҡарары менән экстремистик
ойошма тип табыла һәм Рәсәй территорияһында эшмәкәрлеге тыйыла

tgoop.com/bashkhanzaman/48
Create:
Last Update:

BY Ханзаман 🖋

Share with your friend now:
tgoop.com/bashkhanzaman/48

View MORE
Open in Telegram

Telegram News

Date: |

1What is Telegram Channels? According to media reports, the privacy watchdog was considering “blacklisting” some online platforms that have repeatedly posted doxxing information, with sources saying most messages were shared on Telegram. Telegram offers a powerful toolset that allows businesses to create and manage channels, groups, and bots to broadcast messages, engage in conversations, and offer reliable customer support via bots. The Channel name and bio must be no more than 255 characters long Some Telegram Channels content management tips
from us

Telegram Ханзаман 🖋
FROM American