Баймаҡ ваҡиғалары башҡорт халҡы өсөн һабаҡ Валитов Тимурҙың Баймаҡ фажиғәләренә арналған фильмын, ниһайәт, ҡарағандан һуң тыуған төп фекер ошо. Фильм быға тиклем беҙҙең каналда тап Баймаҡ ваҡиғалары буйынса яҙылған фекерҙәр менән тулыһынса ауаздаш һәм уларҙы тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Бер генә фактка туҡталғанда. Фәнзил Әхмәтшин видео яҙҙырып ябай халыҡтың хис-тойғоларында уйнап ҡыланыуҙан тыш, эйе, халыҡты беҙ ойошторҙоҡ, бының өсөн минең үҙемә лә алдан Баймаҡҡа барып, егеттәрҙе туплап ҡайтырға кәрәк булды тип белдерҙе. Берәү ҙә теленән тартмай, көсләмәй, интервью барышында Фаил Алсынов* менән һөйләшеүҙәре хаҡында үҙ ирке менән бәйән итә. "Һине ултыртасаҡтар, бер ысул - Ҡуштау ваҡытындағы һымаҡ урамға халыҡты алып сығырға кәрәк" тигән кәңәш биреүен белдерә. Йәғни шантажлау, власты ҡурҡытыу өсөн улар халыҡты файҙалана. Урынға барып ойоштороу эштәрен (үҙе лә әйтеүенсә, Баймаҡта 40-лап ир-егетте туплай) тамамлағандан һуң ул ябай халыҡты суд бинаһы янында йыйыу өсөн "илай-илай" ана шул видеоһын төшөрә лә инде. "Егеттәр, ҡыҙҙар, Фаилды* яҡлап сыҡмаһағыҙ нисек йоҡларһығыҙ? " имеш. Бөгөн 80-гә яҡын ир-егет төрмәлә. Фәнзил Әхмәтшин хәҙер үҙе нисек йоҡлай икән? Беҙҙеңсә нормально йоҡлай. Беҙҙә тыйылған социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙының сәхифәһенән билдәле - Баймаҡ ҡорбандары халыҡтан аҡса йыйып, кредитҡа батып адвокаттар ялланғанда, Фәнзил Әхмәтшин Әбйәлил районында тотош Динопаркты ҡуртымға алып балаһына гөрләтеп туй үткәрә, районында мал үрсетә, ит-мал һатып аҡса эшләй. Һис тартынмай, ана, интервью бирергә лә йөрөгән. Ә бына фильмды ҡарағанда күҙҙәргә йәш төйөлдө. "Яңылыш барып эләктек, үкенәбеҙ" тип рәшәткә артынан интервью биргән ир-егеттәрҙе йәлләп. Бигерәк тә тәү ҡарамаҡҡа алтмышты күптән үткән оло ғына ағайҙың бер ҡатлы, үкенесле ҡарашы битараф ҡалдырманы. Уларҙы яҡлар өсөн Әхмәтшин да, блогерҙар ҙа халыҡты йыймай, үҙҙәре лә йөрөмәй. Сөнки һәр береһенә үҙҙәре, яҡындары, балалары ҡәҙерле. Ә ни өсөн барған был ҡорбандар Баймаҡтың Суд бинаһы алдына? Был һорауға яуапты хөкөмгә тарттырылыусылар үҙҙәре белдерҙе. Баймаҡ, Урал аръяғы райондары халҡы араһында социаль селтәрҙәрҙә "ерҙәрегеҙҙе тартып алалар, яҡлап сығырға кәрәк" тигән саҡырыу таратылған. Кемдәр тарафынан икәне хәҙер инде аныҡ билдәле. Бер ҡатлы ябай халыҡ уларҙың алдағына ҡаба. "Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк, банк картаһы номерын ебәрегеҙ" , йә "яҡынығыҙ ауыр хәлдә ҡалған тиҙ генә аҡса ебәрегеҙ" тип ябай халыҡты алдаған мошенниктарҙан былар күпкә ҡурҡынысыраҡ, яманыраҡ. Сөнки, халыҡ әйтмешләй, баш иҫән булһа, аҡса табыла. Ә былар күрәләтә үҙ халҡын ут эсенә алып барып тыҡты, уны уйынсыҡ итеп ҡулланды, яҙмыштар, ғаиләләр, бала бәхеттәрен емерҙе. Я.Ө (яҙылғанға өҫтәп) Тимур Валитовтың ҡапыл сәйәси күҙәтеүсе, блогер, журналист булып китеүенә ҡараш икеле ине. Был хаҡта ла үҙ ҡарашыбыҙҙы белдергәйнек. Башҡортса һүҙ байлығы аҡһауы, фекерен еткереү ҡеүәһе етмәүе ышаныс уятмай килде. Ә русса сығарылыш шәп, ышаныслы килеп сыҡҡан✅ *Фаил Алсынов - террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.
tgoop.com/bashkhanzaman/41
Create:
2025-02-11 Last Update: 2025-06-30 17:34:58

BY Ханзаман 🖋
Share with your friend now:
tgoop.com/bashkhanzaman/41
View MORE
Open in Telegram
Telegram News
Users are more open to new information on workdays rather than weekends. Telegram has announced a number of measures aiming to tackle the spread of disinformation through its platform in Brazil. These features are part of an agreement between the platform and the country's authorities ahead of the elections in October. Just as the Bitcoin turmoil continues, crypto traders have taken to Telegram to voice their feelings. Crypto investors can reduce their anxiety about losses by joining the “Bear Market Screaming Therapy Group” on Telegram. Avoid compound hashtags that consist of several words. If you have a hashtag like #marketingnewsinusa, split it into smaller hashtags: “#marketing, #news, #usa. Hashtags are a fast way to find the correct information on social media. To put your content out there, be sure to add hashtags to each post. We have two intelligent tips to give you:
from us