tgoop.com/bashkhanzaman/39
Last Update:
📌Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 91 йәш тулған булыр ине. Ул етәкселек иткән осорҙан алыҫлаша барған һайын, Рәхимовтың шәхесен һәм президент булараҡ ҡаҙаныштарын мифҡа әйләндереүҙәр ҙә әүҙемләшә бара.
Үткәндәрҙе шулай мифтарға сорнау – ҡотолғоһоҙ, был йәмғиәт һәм айырым кешеләрҙең үҙ мәнфәғәтенә, идеологик һәм мәҙәни талаптарға ярашлы тыуған ихтыяжы. "Үлгән һыйыр һөтлө була", тип тапҡыр билдә биргән бындай күренешкә башҡорт халҡы.
М. Рәхимовтың Башҡортостан менән етәкселек иткән осорон мифлаштырыу төбәктең берҙәйлеге формалашыуы, властың нығыныуы һәм ҡатмарлы 1990-2000 йылдарҙа Башҡортостанды Рәсәй Федерацияһының уңышлы, үҙаллы субъекты итеп күрһәтергә теләүгә бәйле. Рәсәйҙең күпселек төбәктәре 1990 йылдарҙа көрсөк кисергән саҡта Башҡортостан социаль тотороҡлоҡто һаҡлап ҡала һәм көслө үҙгәрештәрҙән ситтәрәк тороуына баҫым яһала. Быны Рәхимов шәхесе менән бәйләп, уны аҡыллы һәм көслө лидер итеп кәүҙәләндерәләр. ШУНЫҺЫ ҠЫҘЫҠ: М. Рәхимов бит үҙе был мифтарҙы тыуҙырыуҙа ныҡ ҡатнашманы.
“Ил ағаһы” һәм “Башҡортостандың алтын дәүере” тураһындағы яҙмалар яңыраҡ РФ Ҡораллы көстәрен дискредитациялауҙа ғәйепле тип табылған, Башҡортостандың элекке президентының туғаны Рәүфә Рәхимованың йәки уға мөнәсәбәтле киң мәғлүмәт сараларында баҫыла.
📌Әммә уларға был нимә өсөн кәрәк һуң? Был авторҙар Мортаза Рәхимов бөйөк шәхес булғас, халыҡ уның барлыҡ туғандары ла шундай уҡ эскерһеҙ, эшсән һәм Ватанын һөйгән кешеләр икән, тигән фекергә килер, тип көтә. Ә Рәүфә Рәхимова үҙен Мортаза Рәхимовтың эшен дауам итеүсе булараҡ күрһәтергә тырыша.
Мортаза Рәхимов шәхесен күтәреү – ул тарихи хәтер һәм үткәндәрҙе аңлатыу өсөн көрәштең бер өлөшө. Һис шикһеҙ, Рәүфә һәм Рәхимовтың улы Урал үҙҙәре тәҡдим иткән версияның йәмәғәт аңында өҫтөнлөк итеүе яҡлы. Сөнки был уларға төбәктең киләсәгенә йоғонто яһарға, Башҡортостан тарихында урындарын һаҡларға ярҙам итә.
Рәүфә Рәхимованың киң мәғлүмәт саралары 2000 йылдар башындағы Башҡортостан тураһындағы хәтирәләрҙе файҙаланып, бөгөнгө көн проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдарына ҡапма-ҡаршы ҡуйырға, Урал Рәхимовтың хәлдәре тураһындағы һорауҙарҙан алыҫлаштырырға, Башҡортостандың бөгөнгө етәксеһе Радий Хәбировты яманларға тырыша.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров 2003 - 2008 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе була һәм уның, хакимиәт командаһының һәм Хөкүмәттең 2000 йылдарҙа Башҡортостандың үҫешенә йоғонтоһон инҡар итеү тарихи яҡтан, кәмендә, дөрөҫлөккә тап килмәй.
BY Ханзаман 🖋

Share with your friend now:
tgoop.com/bashkhanzaman/39