BASHKHANZAMAN Telegram 37
📌Башҡортостанда Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм йорттар фасадында экстремистик яҙыуҙар ҡалдырған ике студентты ҡулға алғандар

ФСБ хеҙмәткәрҙәре экстремистик ойошма эшмәкәрлегенә ҡатнашлығы булған 17 йәшлек ике егетте - Өфө колледжы студенттарын ҡулға алған. Йәштәр "Азат милләттәр лигаһы" террорсылары заказы буйынса 60 мең һум аҡса өсөн Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы өйҙәр фасадына һәм кәртәләргә экстремистик характерҙағы һүҙҙәр яҙған, Ҡағы - Иҫке Собханғол автоюлы буйындағы Бөрйән районы стелаһы фонында Рәсәй империяһы флагын яндырыуҙарын күрһәтеп, видео төшөргән. РФ Енәйәт кодексының 282.3 статьяһының 2-се өлөшө буйынса (экстремистик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыу) енәйәт эше асылған.

Студенттар төшөргән материалдарҙы террорсылар Руслан Ғәббәсов* һәм Азат милләттәр лигаһының экстремистик сығанаҡтары тарата. Именлек хеҙмәттәре материалдарынан күренеүенсә, йәштәр был эштәре өсөн хәҙер бик үкенә, әммә һуң инде - оҙайлы ваҡытҡа ябыуҙары бар.

Бындай флаг яндырыу һәм кәртәләрҙе буяу кеүек акциялар ярҙамында Ғәббәсов* көнбайыштағы кураторҙарына эш күрһәтергә тырыша. Ә бындағы йәш егеттәрҙең яҙмышы өсөн ул борсолмай. Үҙенең ағаһын да енәйәткә этәрҙе, уның заказы буйынса Сипайловола ике машинаны яндырған үҫмерҙәр яҙмышына ла битараф. Ул егеттәрҙе лә ҡулға алғандар һәм 5 йылға колонияға ебәргәндәр, ә ата-әсәләре зыян күргән автомобиль хужаларына ғүмер буйы бурысын түләргә тейеш. Ә тиҙҙән халыҡтан да бындай осраҡта аҡса йыйып булмаясаҡ: күсерелгән аҡсалар терроризмды финанслауға тиңләнәсәк.

*Ғәббәсов - Рәсәйҙә сит ил агенты тип танылған

tgoop.com/bashkhanzaman/37
Create:
Last Update:

BY Ханзаман 🖋

Share with your friend now:
tgoop.com/bashkhanzaman/37

View MORE
Open in Telegram

Telegram News

Date: |

Among the requests, the Brazilian electoral Court wanted to know if they could obtain data on the origins of malicious content posted on the platform. According to the TSE, this would enable the authorities to track false content and identify the user responsible for publishing it in the first place. Telegram has announced a number of measures aiming to tackle the spread of disinformation through its platform in Brazil. These features are part of an agreement between the platform and the country's authorities ahead of the elections in October. A Hong Kong protester with a petrol bomb. File photo: Dylan Hollingsworth/HKFP. To view your bio, click the Menu icon and select “View channel info.” "Doxxing content is forbidden on Telegram and our moderators routinely remove such content from around the world," said a spokesman for the messaging app, Remi Vaughn.
from us

Telegram Ханзаман 🖋
FROM American