BASHKHANZAMAN Telegram 34
Бер йыл элек үткән Баймаҡ ваҡиғалары тураһында бөгөн һәр кем үҙ манараһынан сығып, фекер йөрөтә. Пруфы сығанағы ла ситтә тороп ҡалманы: бер йыл элек үҙҙәре үк халыҡты законһыҙ митингыларға саҡырыусылар бөгөн “һин дә мин” был ваҡиғаны “анализлай”.

27 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары суды Пруфы баҫмаһын йәмәғәт өсөн мөһим нәмәләр тураһында күрәләтә дөрөҫ булмаған хәбәрҙәр таратып, йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген күмәкләп боҙоу ҡурҡынысы тыуҙырыуға булышлыҡ итеүҙә ғәйепләгән район суды ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Ошондай уҡ статья буйынса баҫманың баш мөхәррире Марина Кәримованың эше лә БР Юғары судына йүнәлтелгән. Баҫма Рәмил Рәхмәтовтың Баймаҡ ваҡиғалары тураһындағы мәҡәләһе өсөн закон алдында яуап бирә. Ул республика етәкселеге Баймаҡтағына оҡшаған массовый тәртипһеҙлектәр ойошторорға әҙерләнеүе тураһында һөйләгән сығанаҡтар бар, тип яҙғайны. Был мәҡәлә Мәскәүҙәге баш радиойышлыҡ үҙәгендә төрлө яҡлап тикшерелде хатта. Экспертиза һөҙөмтәһендә, Пруфы баҫмаһының мәғлүмәте өгөтләү йоғонтоһон формалаштырыуға йүнәлтелгән, тип табылды. Ябай итеп әйткәндә, улар халыҡҡа ялған хәбәр тарабып, идара итергә һәм ҡоторторға теләгән.

Әйткәндәй, быға тиклем шулай уҡ ялған хәбәр таратып, Рәсәй армияһы намыҫына тап төшөргәне өсөн баҫманың нәшер итеүсеһе Рәүфә Рәхимова ла ғәйепле тип табылғайны. Баймаҡ ваҡиғаларында ла уның ҡыҫылышы юҡ түгел: Баймаҡ суды бинаһы алдында үтәсәк санкцияланмаған акцияла ҡатнашырға саҡырып, шәхси битендә ялҡынлы өндәмә һалғайны. Һуңынан уның “Бәйләнештә” селтәрендәге был яҙмаһы Рәсәй Генпрокуратураһы ҡарары менән ябып ҡуйылды, артабан Рәүфә Гәрәй ҡыҙы уны үҙе алып ташланы һәм хатта шәхси битен дә юйҙы.

Төрлө яҡтан төрлө мәғлүмәт яуған, дөрөҫтән ялғанды айырыу ауыр мәлдә үҙебеҙҙең илдә йәшәп, үҙебеҙҙең халыҡты упҡынға этәрергә торған бындай сығанаҡтар, ниһайәт, үҙ һүҙҙәре өсөн яуапҡа тарттырыла башланы. Юғиһә, аңын-тоңон аңлап етмәгән күпселек араһында күрәләтә ялған хәбәр таратып, кешеләрҙең яҙмыштарын боҙоп, үҙҙәре һыуҙан ҡоро сыҡҡандар юҡ түгел.

Беҙгә иһә, һәр ваҡыттағыса уяу булырға, уҡыған-ишеткән-ҡарағандарҙы тәнҡит күҙлегенән сығып баһаларға өйрәнергә кәрәк.

tgoop.com/bashkhanzaman/34
Create:
Last Update:

BY Ханзаман 🖋

Share with your friend now:
tgoop.com/bashkhanzaman/34

View MORE
Open in Telegram

Telegram News

Date: |

As the broader market downturn continues, yelling online has become the crypto trader’s latest coping mechanism after the rise of Goblintown Ethereum NFTs at the end of May and beginning of June, where holders made incoherent groaning sounds and role-played as urine-loving goblin creatures in late-night Twitter Spaces. Each account can create up to 10 public channels The creator of the channel becomes its administrator by default. If you need help managing your channel, you can add more administrators from your subscriber base. You can provide each admin with limited or full rights to manage the channel. For example, you can allow an administrator to publish and edit content while withholding the right to add new subscribers. Hui said the messages, which included urging the disruption of airport operations, were attempts to incite followers to make use of poisonous, corrosive or flammable substances to vandalize police vehicles, and also called on others to make weapons to harm police. During a meeting with the president of the Supreme Electoral Court (TSE) on June 6, Telegram's Vice President Ilya Perekopsky announced the initiatives. According to the executive, Brazil is the first country in the world where Telegram is introducing the features, which could be expanded to other countries facing threats to democracy through the dissemination of false content.
from us

Telegram Ханзаман 🖋
FROM American