tgoop.com/bashkhanzaman/33
Last Update:
ҠАТЫ ХӨКӨМДӘР КЕМГӘ КӘРӘК?
Ырымбур өлкә суды адвокаттың аппеляцион ялыуҙарын һәм прокурор тәҡдимен кире ҡағып, Баймаҡтағы сыуалыштарҙа ҡатнашыусының биш йылға иркенән мәхрүм ителеү тураһындағы ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы. Был ҡарар, ҡыҙғанысҡа күрә, экстремистик ойошмаларҙың йәмғиәт фекере менән идара итеүен судта тулыһынса күрһәтеп булмауҙың эҙемтәһе булды.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡарашы аныҡ һәм законлы билдәләнгән: зыян күргән Росгвардия хеҙмәткәрҙәре тәҡдим ителгән юлдарҙан баш тарта – мундир намыҫына тейгәндәр; ойоштороусыларҙың судҡа “Экстремистҡа азатлыҡ!” тигән талаптары һәм лозунгылары – хөкүм эше институтына туранан-тура ҡаршы төшөү ул.
Тольяттиҙа үткән судта хоҡуҡ һаҡлау органдарының “Башҡорт” экстремистик ойошмаһына бәйле кешеләргә ҡаршы енәйәт эштәре ҡаралыуға бәйле хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү тураһындағы үтенесе яҙылған хат уҡылды.
Был хат ошо ваҡиғаларҙағы барлыҡ ҡатнашыусыларға, хатта үҙенең экстремистик ойошма менән бәйләнешен аңлап етмәгәндәргә лә, ныҡлы иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләй. Шуны билдәләп китеү мөһим: Баймаҡ ваҡиғаһы – ул ябай конфликт түгел, ә экстремистик эшмәкәрлекте ҡаплау өсөн экология темаһын ҡулланыу буйынса ентекле планлаштырылған операция. Алсынов, идеолог булараҡ, власть тарафынан киҫәтеүҙәргә ҡарамаҫтан, үҙенең сәйәси маҡсаттарына ирешеүҙә экологик повестканы махсус ҡулланды. Шул уҡ ваҡытта, акцияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе алданған һәм законһыҙ эшмәкәрлеккә йәлеп ителгән саҡта ла, тирә-яҡ тәбиғәтте яҡлап сығыш яһауҙарына ихлас ышанды.
Был йәмәғәт аңы менән идара итеү, төп һәм етди иғтибар талап иткән момент. Ваҡиғаларҙа ҡатнашҡандарҙың күбеһен милләтселәр сит уйындарында пешка кеүек ҡулланды. Кешеләр пропаганда ҡорбаны булды һәм хәҙер экстремистик ойошманы ойоштороусынан да ҡатыраҡ яза ала.
Бик һирәк кенә миңә социаль селтәрҙәр аша ниндәйҙер власть “провокаторҙары” яуаплылығы тураһында яҙып маташалар. Иң мөһиме, кем яҙа – фейк аккаунттар.
Енәйәт эштәре материалдарына ярашлы, Урал аръяғы халҡында маҡсатлы рәүештә айҙар буйы бөтә Рәсәй власть системаһына ҡарата күралмаусанлыҡ тыуҙырғандар, баш бирмәҫкә һәм протест күтәрергә аныҡ һәм эҙмә-эҙлекле саҡырыуҙар ташлағандар. Хатлашыуҙар скриндарын уҡып күрһәтһәләр, шул провокаторҙар халыҡты ниндәй хаос донъяһына батырыуҙарын аңлап, ҡоттар оса. Минең һәм адвокаттарҙың яҡлау эшмәкәрлегебеҙ ғәйепләнеүселәрҙең ысынлап яңылышыуына ҡоролған. Һәм беҙгә етди ҡаршылыҡтар ҡылалар. Төркөмдәрҙә, чаттарҙа һәм Көнбайыш яҡлы киң мәғлүмәт сараларында минең дә, бер нисә адвокаттың да абруйына тап төшөрәләр. Судьялар, дәүләт ғәйепләүселәренә ҡарата ҡарғыш һәм янауҙар яуа. Бер Литва ҡасағы тотош бер люстрация дәфтәре булдырған. Туғандарын, ир-егеттәр тарафынан бер ниндәй ҙә законһыҙ эштәр булманы, тип ышандырыуҙы дауам итә.
Шундай һорау тыуа – нимәгә һәм кемгә шундай ҡаты хөкөмдәр кәрәк?
Алтынай Вәлитов – ул суд бинаһына йүнәлткән дуҫы, Баймаҡ районынан йәш йырсы бөгөн 8,5 йылға иркенән мәхрүм ителде, ә рэпер сәйәси эмиграция өсөн яҡшы кейс алып, хәҙер АҠШ-тың ҡояшлы пляждарында йөрөй!
Илдар Йомағолов – Баймаҡ етемдәрен алдаған эшҡыуар Ҡаҙағстанға ҡасты.
Рәүфә Рәхимова, бөтәһен дә 17 ғинуарҙа судҡа килергә саҡырған кеше – әхирәте экстремистка Рәмилә Сәйетованан һәм үҙ баҫмаһы хеҙмәткәре Руслан Ғәббәсовтан бик еңел баш тартты. Уның медиасығанаҡтарында һеҙ ғәйепләнеүселәрҙе яҡлаған сығыштарҙы күрәһегеҙме? Йәки ул ғаиләһе урлаған нефть аҡсаларынан адвокаттарға түләнеме?
Аспекты – Германияла боҫоп ятҡан көйө, халыҡ власҡа ҡаршы күтәрелде, тип раҫлауҙарын дауам итә!
Һәм бер йыл элек ошо темала хайп “тотҡан” әҙәмдәр, һеҙҙең реаль ярҙам ҡайҙа? Ошо ситуацияла һеҙ ниндәй файҙа килтерә алаһығыҙ?
Иң мөһиме – ул һәр ғәйепләү ҡарары артында кешеләр тороуын, кемдәрҙеңдер тормошо мәңгелеккә үҙгәреүен аңлау. Власты тәнҡитләү экстремистик акцияларға ҡатышып китеүгә әүерелмәҫкә тейеш, нәҡ шуның өсөн грамоталы юридик ярҙам һәм халыҡҡа аң-белем таратыу бик мөһим.
Зөлфиә Ғайсина, БР Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет рәйесе.
BY Ханзаман 🖋
Share with your friend now:
tgoop.com/bashkhanzaman/33