tgoop.com/bashkhanzaman/20
Last Update:
Башҡортостан үҙаллылығы тураһында - сит ил манараһынан
Интернетта алаһы ла, ҡолаһы ла тигәндәй. Һәр кем белгес, һәр кем үҙенә ышандырырға тырыша. Береһе “А” тиһә, икенсеһе “Б” тип яуап бирә һәм китә инде талаш, аптыраштан баш сайҡап ҡына ҡуяһың...
Башҡортостандың үҙаллылығы тураһында ла шундай бәхәстәр ҡуба. Руслан Вәлиев тигән кеше был хаҡта: “Кешеләр бындай идея менән, ҡағиҙә булараҡ, килешмәй. Улар республиканың үҙаллылығын киңәйтеү, суверенлығын ҡайтарыу мәсьәләләре буйынса фекер алышырға әҙер, әммә Рәсәйҙе ил булараҡ юҡ итеү кәрәклеге тураһында әңгәмәләштәремдән бер ҡасан да ишеткәнем юҡ. Шуға бөгөнгә был идея ярайһы уҡ маргиналь, был идея яҡлылар – сағыу һәм асыҡтар – күп түгел, әҙселекте тәшкил итә”, - тип әйткән дә имеш, уны икенсе Руслан* либераллыҡта ғәйепләп, “юҡҡа сығарып” яҙып та ҡуйған.
Ә был “икенсе” – Руслан Ғәббәсов* үҙе башҡорт йәмәғәтселеге менән тығыҙ бәйләнештә булып, интеллигенция вәкилдәре, ғалимдар, эшҡыуарҙар менән дә аралаша икән, имеш, һәм уларҙың Башҡортостандың үҙаллылығы яҡлы булыуын “белә”.
Әммә Башҡортостанды Рәсәйҙән айырыу, илде тарҡатыу тураһында уй төп идеяға әйләнеү түгел, бындағы халыҡтың (телегеләр сит илдә генә ятып хәбәр һата) төшөнә лә инеп сыҡҡаны юҡтыр. Халыҡты һарыҡ тип беләләрме икән ошо фекерҙе алға һөргән әҙәмдәр? Һауалағы торнаға ымһынып, ҡулдағы турғайҙың ҡәҙерен белмәй, ысҡындырып ебәрерлек ахмаҡтар юҡ арабыҙҙа.
Был ике Русландың исемдәре генә оҡшаш түгел, баҡтиһәң, асылдары ла бер икән: икеһе лә үҙҙәре ҡайнаған мөхиттәре – бармаҡ менән генә һанарлыҡ кешеләр йоғонтоһона бирелеп, үҙ манараларынан сығып, бөтә башҡорт халҡы исеменән оялмайса хәбәр һатып ятыу. Әммә халыҡ исеменән һөйләргә сит илдә йәшәгән, сит ҡотҡоно таратҡан әҙәмдәрҙең ниндәй хоҡуғы бар?
*Рәсәйҙә сит ил агенты тип танылған
BY Ханзаман 🖋
Share with your friend now:
tgoop.com/bashkhanzaman/20