tgoop.com/bashbat02/10079
Last Update:
📌“Беренсе тирмә” проекты буйынса республика ҡатын-ҡыҙҙары ике аҙнаға Махсус хәрби операция һыҙығына йүнәлеп, Луганскиҙағы хәрби госпиталдәге яралыларға ярҙам күрһәтеүен дауам итә.
💯Ғинуар айында йүнәлгән ете ирекмән араһында Белорет районы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Лариса ӘХМӘТШИНА ла була.
⚡Ул Республика Хәрби комиссариатында бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләгән Гөлфирә Абдуллина менән “Спутник” хирургия бүлегенә эләккән.
⚡Яугирҙарға ярҙам итергә тырышыуҙары һәм күргәндәре тураһында һөйләп, ирекмән иң тетрәндергәне – емереклектәр аҫтында бер нисә көн ятҡан һәм аяҡ-ҡулын өшөткән Архангел өлкәһенән 18 йәшлек Егорҙы күреү, ти. Егет МХО-ла һәләк булған атаһы өсөн үс алырға теләп, балиғ йәшкә еткәс тә бында юллана.
“Штурмлаусы яугир госпиталдә яраланған командиры менән дә осрашты. Уларҙың осрашыуын күрһәң ине... Әле лә уларҙы иҫләгән һайын күҙҙәргә йәш төйөлә. “Миңә һинең йөҙөң шул тиклем таныш. Беҙ һинең менән ҡайҙалыр осраштыҡ бит”, - тине тәмәке тартып торғандарында штурмлаусылар ротаһы командиры Егорға иғтибар итеп. “Мин һеҙҙе яу яланынан алып сыҡтым бит”, - тигәс кенә командиры танып, егетте ҡосаҡлап, ҡотҡарыусыһына рәхмәтен әйтте”,
- тип һөйләй Лариса Әхмәтшина.
⚡Госпиталдә улар Дыуан, Ҡыйғы, Нефтекама, Нуриман райондарынан яугирҙарҙы осратҡан, хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәткән.
“Мөмкинлек булыу менән тағы ла алыҫ юлға сығырмын тим, хәлдән килгәнсә ил именлеген һаҡлаған һалдаттарыбыҙға ярҙам итермен, тип һүҙ бирҙем. Был - күңел талабы, йөрәк ҡушҡан ғәмәл”,
- ти ирекмән.
⚡Лариса Әхмәтшина “Беренсе тирмә”нең кәрәкле проект булыуын билдәләй. Ирекмән менән тулыраҡ әңгәмәне “Урал” гәзите сайтына үтеп уҡый алаһығыҙ.
BY Башкирский батальон

Share with your friend now:
tgoop.com/bashbat02/10079